1812 йылда Наполеон Бонапарт Рәсәй ғәскәренән еңелгәс, һаман да тынысланмай, ҡабаттан ғәскәр тупларға өлгәшкән. Һуғыш Европала дауам иткән.
1814 йылдың 30 мартында һуғышҡа нөктә ҡуйырлыҡ яу була. Рәсәй ғәскәрҙәре һәм уның союздаштары Париждың ҡапҡа төбөнә етә. Наполеон был ваҡытта унан сығып ҡасҡан була инде.
Париж өсөн алыш бик ауырға тура килә. Сөнки союздаштар бер көндә 8000 кешеһен (уларҙың 6000-е – Рәсәйҙекеләр) юғалта. Әммә барыбер маҡсаттарына ирешәләр. 30 марттан 31-енә ҡарай төндә капитуляция ҡабул ителә. Иртәгеһенә төштән һуң император Александр Беренсе етәкселегендә ғәскәрҙәр тантаналы рәүештә Парижға барып инә.
Әлбиттә, “төньяҡ амурҙары” ла Париж урамынан еңеүселәр булып үтә. Башҡорт һалдаттарының күбеһенә шул яу хөрмәтенә “Парижды алған өсөн” миҙалы бирелә.
Фото: vk.com