Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Март 2022, 13:38

4 меңгә яҡын кеше ауырыу таратыусы булып тора

Яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, тәүлек эсендә республикала 519 ковид менән ауырыу осрағы теркәлгән.

4 меңгә яҡын кеше ауырыу таратыусы булып тора
4 меңгә яҡын кеше ауырыу таратыусы булып тора

 Пандемия башланғандан алып зарарланыусылар һаны   276 130 кешегә етте.

Дауаханала 100 кеше медицина ярҙамы ала, 3685 кешегә өйҙә дауаланыу режимы тәҡдим ителгән.  Шулай итеп, әлеге ваҡытта 4 меңгә яҡын кеше  коронавирус таратыусы булып тора. 

Һуңғы тәүлектә 4113 кеше һауығыусылар сафын тулыландырған. Бөтәһе  266 819  кеше  ауырыуҙан имен-һау ҡотолған.   Башҡортостандан 2 403 459 кеше тулыһынса вакциналанған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: