Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 15:05

Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, сәнәғәт йылдам үҫешә

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы үтте.

Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, сәнәғәт йылдам үҫешә
Ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, сәнәғәт йылдам үҫешә

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров республикабыҙҙың сәнәғәт тармаҡтарына байҡау яһап, отчет бирҙе.

Башҡортостандың сәнәғәт секторы республика иҡтисадының өстән бер өлөшөн формалаштыра. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса, сәнәғәт производствоһы индексы 107,5 процентҡа тиклем күтәрелде, шул уҡ ваҡытта Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес — 105,3 процент.

2020 йылда сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса Башҡортостан илдә тәүге урынды яуланы. Ыңғай динамика быйылғы йыл башына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Бөгөн сәнәғәт производствоһы индексы 112, 4 процентты тәшкил итә.

Башҡортостан бензин, кальцийланған сода, табаҡ быяла, машина арбалары һәм кузовтары етештереүҙә лә алдынғы урындарҙы һаҡлап ҡала алды. Мәҫәлән, дизель яғыулығы, синтетик каучук, силикагель, ксилол, стирол, бензол, эзбиз сығарыуҙа икенсе урында булһаҡ, вертолет, автобус, пластмасса, ҡыйыҡ материалдары етештереүҙә өсөнсөнө биләйбеҙ.

2019 йылда Күмертау авиация производство предприятиеһы ябылыу хәлендә ине, ә бөгөн «Ростех» корпорацияһы ултырышында предприятиены өс сменала эшләүгә күсереү ҡаралды. Шулай уҡ Башнефть, Газпром, УГМК, БелЗАН», «НПО Станкостроение» ойошмалары ла етештереү күләмен арттыра. Был йәһәттән 2021 йылда Әбйәлил районында асылған «Цемикс» предприятиеһын да телгә алмау мөмкин түгел. 2021 йылда дөйөм 74 еңел сәнәғәт предприятиеһы, 56 урман етештереү комплексы 195 миллион һум күләмендә финанс ярҙам алды.

Бөгөн Башҡортостанда 12 индустриаль һәм 18 технопарк эшләй. Республикала Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Сәнәғәт кластерҙары ассоциацияһы булдырылды. Кластерҙар агентлығы вәкиллеге, технопарктар, Волга буйы федераль округының махсус иҡтисади зонаһы тап беҙҙә асылды. Былар барыһы ла инвесторҙар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә.

Бөгөн предприятиеларҙы санкциялар ҡыҫымынан азат итеү өсөн льготалы кредиттар һәм субсидиялар тәҡдим ителә, Инновацияларҙы үҫтереү үҙәге булдырылды. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: