Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 16:06

Юл фажиғәләре - 29 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған, 13 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 18 иҫерек водителде тотҡан.

Юл фажиғәләре - 29 март
Юл фажиғәләре - 29 март

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ике кеше Белорет районында транспорт сараларының бәрелеше арҡаһында һәләк була.

"Great Wall" менән Стәрлетамаҡтан 57 йәшлек ир идара иткән, "Маn" йөк машинаһы менән - Магнитогорскиҙан 56 йәшлек ир. "Great Wall" машинаһының водителе менән  уның 54 йәшлек ҡатыны авария урынында вафат булған. Билдәле булыуынса, улар Әбйәлил районына туғандарын ерләшергә юлланған булған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Республикала һауа шарттарының боҙолоуы күҙәтелә. БР ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бындай көндә транспорт менән идара иткәндә бик иғтибарлы булырға өндәй.

Водителдәргә арауыҡты һәм тиҙлек режимын үтәргә, мотлаҡ хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп йөрөргә, йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәрәк.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: