+8 °С
Ясна
Хәҙер яңы объекттарҙы теркәү 12 көндән 7 көнгә ҡалдырылған. Кадастр иҫәбенә алыу ваҡыты 7 эш көнөнән 5 эш көнөнәсә ҡыҫҡартылған. Объектҡа хоҡуҡты теркәү ваҡыты бынан ары 9 түгел, ә 4 көн буласаҡ. Документтар электрон төрҙә тапшырылһа был ваҡыт 2 – 3 эш көнөнән дә артмаясаҡ.
Бындай оптималләштереү “Файҙаланыуға тапшырылған объектҡа хоҡуҡтарҙы теркәү” йүнәлеше буйынса “Инвестор аҙымдары алгоритмы”на (“клиент юлы”) ярашлы мөмкин булған. Ошо көндәрҙә РФ Хөкүмәте төҙөлөш тармағына булышлыҡ итеү маҡсатында “Росреестр” ҡатнашлығы менән көрсөккә ҡаршы ярҙам сараларын ҡараған.
Фото: Т.Аманов.