Яралы ҡатын Өфө дауаханаларының береһенә оҙатылған. Табиптар зыян күреүсегә ярҙам күрһәткән, ул иҫән ҡалған.
Асыҡланыуынса, 28 мартта ҡатын ире менән спиртлы эсемлектәр эскән һәм ситтә бәйләнеше булыуын әйткән. Бындай хәбәр ирҙе ярһытҡан, ул бысаҡ алып һөйөклө ҡатынының яурынына сәнскән.
Өфөнөң Киров районы суды хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, уларға тәфтишсенән ҡулға алыу тураһында документтар килгән.
Ир Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 30-сы статьяһы (“Енәйәт ҡылыуға әҙерлек”), Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 105-се статьяһы (“Үлтереү”) буйынса ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Ул ике айға һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Т. Аманов