Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 15:32

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бөтә программалар һаҡлана

"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" төбәк проекты сиктәрендә биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса саралар тормошҡа ашырылып, 63 муниципаль берәмектәге 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бөтә программалар һаҡлана
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бөтә программалар һаҡлана

"Башҡорт ихаталары" проекты сиктәрендә 2021 йылда дөйөм суммаһы 742 миллион һумға 140 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү системаһы тотороҡло эшләй. 2021 йылда программала 140 меңдән ашыу граждан йәшәгән 834 күп фатирлы йорт ҡатнашҡан (3,8 миллиард һум йүнәлтелгән). 115 күп фатирлы йорттағы 312 подъезд 207,7 миллион һумға ремонтланған. Яҡынса 200 берәмек лифт ҡорамалдарын яңыртыуға ғына 460 миллион һум аҡса бүленгән.

Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡтарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәренең проекттары тормошҡа ашырыла (Ағиҙел, Мәләүез, Дүртөйлө, Яңауыл, Белорет, Сибай, Благовещен, Дәүләкән, Учалы, Баймаҡ ҡалаларында, Краснокама районының - Николо-Берёзовка, Мәләүез районының Воскресенск, Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында).

Объектив ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бөтә программалар һаҡлана. Быйыл республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бөтә 63 муниципаль берәмек өсөн 1,4 миллиард һумлыҡ һатып алыу планлаштырылған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: