Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 15:37

Һөт һәм ит етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәйбеҙ

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында ошо хаҡта әйтелде.

Һөт һәм ит етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәйбеҙ
Һөт һәм ит етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәйбеҙ

Былтырғы ҡоролоҡ ауыл хужалығы комплекстарының һөҙөмтәләренә йоғонто яһамай ҡалманы. Продукция етештереү индексы 84,7 процентҡа төштө. Ауыл хужалығының тулайым продукцияһы күләме 185,6 млрд һум тәшкил итә. Шуға ҡарамаҫтан, был күрһәткестәр буйынса республикабыҙ ил буйынса 12-се урынды, Волга буйы федераль округында өсөнсөнө яуланы. Әлбиттә, һөт һәм ҡымыҙ, ит, бал етештереүҙә, йылҡы һәм эре мөгөҙлө мал башы буйынса алдынғылыҡты бирмәйбеҙ.

Дәүләт тарафынан булдырылған ярҙам саралары агрокомплекстарға яҡшы тәьҫир итте. Улар минераль ашлама ҡулланыуҙы 13, элиталы орлоҡ өлөшөн 11 процентҡа арттырыуға булышлыҡ иткән. Аграрийҙар дөйөм 12 миллиард һумға 3,5 мең берәмек техника һатып алған (2020 йыл менән сағыштырғанда ике миллиардҡа күберәк).

2021 йылда ауыл хужалығы ойошмалары 1 млн 600 мең тонна һөт етештергән (2020 йыл кимәленән 96,6 процентҡа күберәк), 406 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт һуйылған (2020 йыл кимәленән 94,9 процентҡа күберәк.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм эре инвестиция проекттары тауар һөтө етештереү күләмен арттырған (100,4 процент). 2021 йылда һөт малсылығы буйынса ғына 4 проект тормошҡа ашырылған.

2022 йылға ошондай бурыстар ҡуйылған:

– республикала артабан аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген күтәреү, сәсеү эштәрен туҡтатыуға юл ҡуймау, орлоҡ һәм ашлама менән тәьмин итеү;

– ауыл хужалығы техникаһына запас өлөштәр һатып алыу.

2022 йылда ауыл хужалығы комплексына ярҙам итеү маҡсатында 6 миллиард һум тирәһе аҡса бүленгән. Был – техника, минераль ашлама, элиталы орлоҡ, мал аҙығы базаһы, ҡиммәтле сеймал төрҙәрен һатып алыуға субсидиялар.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: