Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 21:05

Ни өсөн намаҙ алдынан тәһрәтләнеү мотлаҡ?

  Тәһрәтһеҙ доғалар ҡабул ителмәҫ.

Ни өсөн намаҙ алдынан тәһрәтләнеү мотлаҡ?
Ни өсөн намаҙ алдынан тәһрәтләнеү мотлаҡ?

Мөхәммәт бәйғәмбәр һәр көн һайын үтәлә торған биш намаҙ һәм уларҙың ваҡыты, тәһрәтләнеү тураһында әйткән. Һәр кем, әгәр ауыҙ, танауын сайҡатһа, уның йөҙ  ауыҙ, танау гонаһтары йыуылыр. Әгәр ул йөҙөн Аллаһ ҡушҡанса йыуһа, уның йөҙ гонаһы һыу менән бергә һаҡалынан ағып китер. Әгәр ҙә ҡулын терһәгенә тиклем йыуһа, уның ҡул гонаһтары һыу менән бергә бармаҡ остарынан тамсылап ағып төшөр. Әгәр еүеш ҡулдары менән башынан һыпырһа, гонаһтары һыу менән сәс остарынан һарҡыр. Шунан һуң, әгәр аяғын йыуһа, аяҡ гонаһтары һыу менән аяҡ бармаҡтарынан ағыр. Бына шул тәртиптә йыуынған кеше, намаҙға баҫып, Аллаһы Тәғәләне данлап ,Уға рәхмәт әйтеп, лайыҡлы хөрмәт күрһәтһә, Раббыбыҙға йөрәге менән табынһа, ул мотлаҡ гонаһтарынан арына, таҙарына һәм, донъяға тәү килгәндәге һымаҡ, пактан - пак була.

Тәһрәтһеҙ доғалар ҡабул ителмәҫ.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: