Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 10:30

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 30 һәм 31 мартҡа һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала елдең көсәйеүе, епшек ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн көндөҙ бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуа, тип вәғәҙәләнеләр. Иртән урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында шулай уҡ боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0–5 градус йылы.

31 мартта епшек ҡар һәм ямғыр яуасаҡ. Төндә һәм иртән айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә һәм иртән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 0–5 градус, төньяҡ-көнбайышта -10 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ – 1 градус һалҡындан 6 градусҡаса йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: