Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 09:05

Өфөләге балалар музыка мәктәбен ремонтлаясаҡтар

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, күп учреждение яңыртыла, базаһы байытыла, үҫеш мөмкинлектәре булдырыла. Сиратта - музыка мәктәбе.

Өфөләге балалар музыка мәктәбен ремонтлаясаҡтар
Өфөләге балалар музыка мәктәбен ремонтлаясаҡтар

Баш ҡаланың 7-се балалар музыка мәктәбенә капиталь ремонт яһаясаҡтар. Ул Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан. Ремонтҡа 22 миллион һум аҡса һалыу күҙаллана.

Мәктәптең әлеге бинаһы 1962 йылғы. 60 йылда унда ни бары өс тапҡыр ремонт булған. Бында 105 бала 15 музыка йүнәлеше буйынса шөғөлләнә.

Быйыл учреждение 60 йыллыҡ юбилейын да билдәләй. Ремонт эштәре апрелдә башланасаҡ.

Фото: vk.com

Өфөләге балалар музыка мәктәбен ремонтлаясаҡтар
Өфөләге балалар музыка мәктәбен ремонтлаясаҡтар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: