Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 15:22

БР Хөкүмәтенең эш йомғаҡтары – 2021: Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек

Былтыр республика предприятиеларында экспорт күләме, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 17,8 процентҡа артҡан.

БР Хөкүмәтенең эш йомғаҡтары – 2021: Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек
БР Хөкүмәтенең эш йомғаҡтары – 2021: Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек

Айырыуса ситкә тире-күн, ағас, ҡағыҙ-картон әйберҙәр, ауыл хужалығы һәм металл, химия продукцияһы, кейем-һалым һатыу күләме үҫкән.

Рәсәйҙең экспорт үҙәге рейтингында Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге 2021 йылда ил буйынса икенсе урында булған.

Былтыр Ҡаҙағстандың һәм Белоруссияның баш ҡалаларында беҙҙең республика вәкиллектәре асылған. Шулай уҡ Австрияла һәм төркиәлә ошондай вәкиллектәр үҙ эшен дауам итә. Ә планда – Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа асыу.

Экспорт йүнәлешле предприятиеларға ярҙам да етерлек. Быйыл Башҡортостанды төрлө күргәҙмәлә, форумда күрһәтеүҙе дауам итеү күҙаллана.

Әйткәндәй, Донецк Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлек тә – мөһим эш йүнәлеше.

БР Хөкүмәтенең эш йомғаҡтары – 2021: Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек
БР Хөкүмәтенең эш йомғаҡтары – 2021: Тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: