Дөйөм ил буйынса үҫеш 9,4 процент. Былтыр 56 өҫтөнлөклө проект тамамланған. Дөйөм суммаһы – 218 миллиард һум. Шул һөҙөмтәлә 7,5 меңдән ашыу эш урыны булдырылған.
Муниципалитеттарҙа 1510 вағыраҡ инвеспроекттар ҙа ғәмәлгә ашырыла. Уларға ярашлы, 401,9 миллиард һум аҡса һалына, 22 меңдән ашыу эш урыны булдырыласаҡ.
“Алға” айырым иҡтисад зонаһы ла әүҙем үҫә. Былтыр унда 14 миллиард һум инвестиция менән тағы 5 резидент килгән.
2021 йылғы Милли рейтинг буйынса беҙҙең был зона илдә иң динамикалы үҫеүсе булып танылған.
ТОСЭР – йылдам үҫеүсе социаль-иҡтисади биләмәләр – күрһәткестәре буйынса ла республика ил төбәктәре араһында – лидер.
Башҡортостан быйыл төбәк инвестиция стандарты индереү күҙалланған 30 төбәк исемлегенә һайлап алынған. Был инвесторҙар менән эштең яңы кимәленә сығарасаҡ.