Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 16:32

Белоретта ҡоралайҙы ҡотҡарғандар

Ашығыс хеҙмәттәргә кешеләргә генә түгел, ҡайһы ваҡыт хайуандарға ла ярҙам күрһәтеүҙе һорап шылтыраталар. Мәҫәлән, бөгөн иртән Белореттың ашығыс хеҙмәтенә М.Йәлил урамындағы шәхси ихатала ҡоралайҙың көрткә батыуы тураһында хәбәр итәләр. 

Белоретта ҡоралайҙы ҡотҡарғандар
Белоретта ҡоралайҙы ҡотҡарғандар

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ҡыр кәзәһен көрттән сығарып, уны урындағы һунарсылар ойошмаһы вәкиленә тапшыра. Һунарсы  ҡоралайҙы урман яғына алып барып, иреккә ебәрә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Белоретта ҡоралайҙы ҡотҡарғандар
Белоретта ҡоралайҙы ҡотҡарғандар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: