Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 16:10

Башҡортостанда ҡарар ҡабул ителде

Хайуандарҙы махсус процедура көтә...

Башҡортостанда ҡарар ҡабул ителде
Башҡортостанда ҡарар ҡабул ителде

Башҡортостанда хайуандарға ҡотороу ауырыуына ҡаршы бушлай вакцина яһау акцияһы дауам итә.

Акция республиканың барлыҡ ветеринария участкаһында һәм ветеринария станцияһында үтә.

Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, вакциналау аҙна һайын шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан 1-гә тиклем уҙғарыла.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 800 775 58 28 «ҡыҙыу линия» телефонына шылтыратып, шулай уҡ район һәм ҡала ветеринария станцияларында алырға мөмкин.

Ҡотороу сире – кеше һәм хайуандар өсөн үлемесле хәүефле вирус инфекцияһы. Хайуан тешләгән йәки холҡо үҙгәргән осраҡта, ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: