Экология проблемаларына иғтибар йәлеп итеү өсөн махсус дата булдырылған да инде. Ерҙе һаҡлау көнө йыл һайын 30 мартта билдәләнә.
Урмандарҙы ҡырҡыу, һауаны етештереү һәм автомобилдәрҙән сыҡҡан бысраҡ төтөн, һыу ресурстарын сәнәғәт һәм канализация ҡалдыҡтары менән бысратыу, бик күп хайуанды, балыҡты, ҡошто юҡ итеү, радиация – былар барыһы ла планетаны тәләфләй. Һәр ерҙә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу ерҙе сүллеккә, бушлыҡҡа әйләндерә. Нефть сығарыу һәм ташыу тирә-яҡ мөхиткә ныҡ зыян килтерә. Ер өҫтөнә нефть түгелеүе айырыуса хәүефле. Глобаль йылыныу, урман янғындары, озон тишектәре... Хәүефтәрҙе һанап бөткөһөҙ.
Дөйөм өйөбөҙ булған Ерҙе ҡасан ысын кимәлдә һаҡларға өйрәнербеҙ икән? Килер быуындарға нимә ҡалдырабыҙ?