Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2022, 09:22

23 мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары йыһазландырыласаҡ

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, йыл һайын республика белем биреү учреждениеларының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары интерактив таҡталар, проекторҙар, ноутбуктар һәм күп функциялы ҡоролмалар менән йыһазландырыла.

23 мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары йыһазландырыласаҡ
23 мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары йыһазландырыласаҡ

Әлеге йылда кабинеттарҙы мультимедиалы комплекстар менән йыһазландырыу маҡсатында үткән йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы конкурс буйынса һайлап алыу ойошторғайны.  Унда республикабыҙҙың бөтә муниципаль берәмектәре һәм республика белем биреү учреждениелары әүҙем ҡатнашты. Барлығы 200-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителеп, шуларҙың 23-ө еңеүсе тип табылды.

Шулай итеп, быйыл Әлшәй районының Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында, Дәүләкәндәге 5-се гимназияһында, Ейәнсура районының Иҫәнғолдағы 2-се мәктәптә, Шаран районының Шарандағы 2-се мәктәптә, Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында рус теле һәм әҙәбиәте кабинеттары йыһазландырыласаҡ. Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары түбәндәге белем усаҡтарында яңыртыласаҡ: Архангелдәге 2-се мәктәптә, Баймаҡ интернат-лицейында, Баҡалы районының  Иҫке Ҡорос мәктәбендә, Балтас районының Иҫке Балтастағы Советтар Союзы Геройы Үлмәҫ Шакиров исемендәге 1-се мәктәптә, Белорет интернат-лицейында, Ғафури районының Табын мәктәбендә, Дыуан районының Мәсәғүттәге лицейҙа, Тәтешле районының Үрге Тәтешлеләге 2-се мәктәптә, Яңауылдағы Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназияла, Өфөләге 64-се гимназияла, 2-се башҡорт лицейында, Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында, Стәрлетамаҡтағы 34-се мәктәптә, Нефтекамалағы, Ағиҙелдәге башҡорт гимназияларында, Межгорьелағы 1-се мәктәптә, Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында, Стәрлетамаҡтағы Владимир Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейҙа.

Һанап үтелгән кабинеттарҙы мультимедиалы комплекс менән йыһазландырыу 2022-2023 уҡыу йылы башына тиклем тамамлау күҙаллана.

Әйткәндәй, был дәүләт программаһы буйынса 2019 йылдан 2021 йылға тиклем 89 урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары йыһазландырылған.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: