Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 09:50

Юлда бер ирҙең мәйете табылған

Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

Юлда бер ирҙең мәйете табылған
Юлда бер ирҙең мәйете табылған

Ҡариҙел районының Озерки ҡасабаһы аша уҙған юлда бер ирҙең кәүҙәһен тапҡандар. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр иттеләр.

Фараздарҙың береһенә ярашлы, ир транспорт бәрҙереп китеүе арҡаһында вафат булған. Фажиғә осрағы буйынса тикшереү башланған. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн экспертиза үткәрәсәк.

Ярҙам итерҙәй мәғлүмәте, шаһит булғандарҙың барыһын да 8 (34744) 2-03-63 телефоны буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығына хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: