Яңы документҡа ярашлы, республикалағы эшлекле, мәҙәни, күңел асыу, спорт һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыусылар иҫәбе 30 кешенән 200 кешегә тиклем арттырылды.
Дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар ойошторған сараларҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан саралар (мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында үткәрелгәндәренән тыш) Рәсәй Федерацияһының баш санитар табибы ҡарары талаптарын иҫәпкә алып ойошторолорға тейеш.
Башҡортостан халҡына, шулай уҡ республика биләмәһендә йәшәгүселәргә, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина эшләтергә һәм ревакцинациналау үтергә тәҡдим ителә.
Мотлаҡ социаль дистанция һаҡлау, эш барышында бирсәткә кейеп йөрөү, 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашлығында хеҙмәт коллективы йыйылыштарын һәм башҡа дөйөм саралар үткәреүҙе тыйыу, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең 50 процентынан ашыуын дистанцион эшкә күсереү буйынса тәҡдимдәр бөтөрөлә.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдары граждандарҙы ҡабул итеүҙе тергеҙә ала.
Эш биреүселәр “Роспотребнадзор” идаралығының “Омикрон” штаммы шарттарында эпидемияға ҡаршы саралар үткәреү үҙенсәлектәре тураһында методик тәҡдимдәрҙе үтәүҙе тәьмин итергә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта битлек режимын тотоу тулығында ябыҡ бинала үткән сараларға, шул иҫәпәтән спорт матчтарына ковидҡа ҡаршы вакцина эшләтеү, коронавирус менән ауырыу тураһындағы сертификат һәм прививка эшләтергә яраманғанлыҡты раҫлаусы белешмә күрһәтеү тураһында талап үҙ көсөндә ҡала. Шулай уҡ был документтар исемлегенә антитәнсәләр булыуы тураһындағы сертификат та инә.
Фото: БР Башлығы сайтынан.