Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм уңайлы һауа шарттарына тиклем алыҫ юлға сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә!
Уҙған тәүлектә республика юлдарында дүрт автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, биш кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1900-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 28 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.