Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 20:41

Тәүлек эсендә муттар 9 кешене алдаған

Стәрлетамаҡтан 62 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, иҫәбегеҙҙәге сумманы муттар урларға йыйына, быға юл ҡуймаҫ өсөн аҡсаны мин әйткән ышаныслы иҫәпкә күсерергә кәрәк, тип ҡурҡытҡан. Ҡатын 200 мең һумды күсергәс, мут бәндә тынысланмайынса, 100 мең һум кредит та алдырып, уға күсерергә күндергән. 

Тәүлек эсендә муттар 9 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 9 кешене алдаған

Өфөнән 66 йәшлек пенсионер популяр сайтҡа өс меңгә унитаз һатыуы тураһында иғлан биргән. Иғлан сығыу менән уға "һатып алыусы" шылтыратҡан да, хәбәре менән ирҙең башын бутап-бутап, мин әле һеҙгә яңылыш 25 мең һумды ебәрҙем, 22 меңде кире ебәрегеҙ инде, тип ышандырған. Ир үҙенең 22 мең һум аҡсаһын "һатып алыусыға" күсергәс кенә алданыуын аңлаған да бит, һуң булған шул - абонент "недоступен"ға әйләнгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: