Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 08:53

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре көҙгә күсерелде

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был коронавирус буйынса эпидемиологик хәлгә бәйле.

Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре көҙгә күсерелде
Республикабыҙҙа Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре көҙгә күсерелде

– Коронавирус таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында ил Хөкүмәте менән килешеү буйынса Бөтә Рәсәй тикшереү эштәрен уҙғарыу ваҡытын яҙҙан көҙгә күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Уларҙы 19 сентябрҙән 24 октябргә тиклем үткәреү планлаштырыла, – тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Компьютер формаһында уҙғарырға күҙалланған Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре  –  VII синыфта –  сит телдәр,  V – VIII синыфтарҙа тарих, биология, география, йәмғиәтте өйрәнеү шулай уҡ ошо йылдың көҙөнә күсерелә.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, коронавирустың яңы тулҡыны көтөлә, шуға күрә социаль дистанцияны һаҡлау һәм бәйләнештәрҙе кәметеү кеүек төп иҫкәртеү саралары элеккесә көнүҙәк булып ҡала.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: