+25 °С
Болотло
Эретмә яһау өсөн ике литр һыуға 2 – 3 ҡалаҡ был матдәне һалырға кәрәк. Ҡатнашманы яҡшылап болғатырға. Әлеге эретмәне помидор үҫентеләре төбөнә һиптергес менән һибергә. Водород перекисы үҫентеләргә ашламаны яҡшылап үҙләштерергә ярҙам итә, иммунитетын нығыта һәм үҫеүен яҡшырта.
Йод менән эретмә яһау өсөн өс литрға 15 тамсы самаһы йод һалына. Уны бер аҙ үҫкән үрсетмәгә, тупраҡҡа сығарып ултыртыр алдынан бер тапҡыр һибергә кәрәк.
Фото: botanichka.ru