Ауыҙҙа эреп кенә торған француз десертын әҙрләү өсөн 5 йомортҡа ағы, 300 г шәкәр оно, 20 г кукуруз крахмалы, 1 балғалаҡ аш һеркәһе, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 20 г кукуруз крахмалы, 300 г эремсекле сыр, 200 г һөт өҫтө (сливки), 100 г шәкәр, 200 г еләк кәрәк.
Йомортҡа ағына шәкәр оно, лимон кислотаһы һалып, блендер менән 10 минут болғатырға. Масса күпергәс,аш һеркәһе , кукуруз крахмалы ҡушырға. Табаға пергамент ҡағыҙы йәйергә, ҡатнашманы һалып, тигеҙләргә. Өҫтөнә сәтләүек тә һибергә мөмкин. Рулет нигеҙенә әҙерләнгән массаны духовкала 160 градуста 30-40 минут бешерергә.
Крем өсөн эремсекле сырға шәкәр оно, һөт өҫтө һалып, блендер менән туҡырға.
Меренга рулеты бешкәс, мейестән алып һыуытырға. Һуңынан аҫтын өҫкә әйләндерергә лә, крем һылап, төрөргә ( ҡағыҙҙы тиҙ генә әйләндерә барып төрөргә кәрәк). Рулеттың өҫтөнә ҡайнатма һыларға, еләк менән биҙәргә мөмкин.