-1 °С
Ҡар
Мәкле ҡатлама әҙерләү өсөн 250–300 г мәк, 150 г шәкәр, 150 г май, он, һөт кәрәк.
Һауытҡа 150 мл һөт, 2 йомортҡа, шәкәр ҡомо, май, сода һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫығыҙ.
Сөсө ҡамыр әҙерләгәс, уны нәҙек кенә итеп йәйергә, өҫтөнә күп кенә итеп ирегән һары май һөртөргә, мәк, шәкәр һибергә. Башта йәймәне уртаға бөкләйҙәр, тағы мәк һәм шәкәр һибеп, тағы бөкләргә. Ҡатлама бешкәс, һыуытып, киҫеп, табынға ҡуялар. Эслеккә мәкте һөттә бер аҙ ҡайнатып, йомшартып һалалар.