+16 °С
Болотло
Авария көндөҙ сәғәт икелә Кушнаренко-Саҡмағош-Баҡалы автомобиль юлында теркәлгән. Билдәле булыуынса, "Газель" йөк автомобиле һәм "Datsun on-DO" машинаһы бәрелешкән. Бәрелгәндән һуң "Газель" янып киткән. Еңел автомобиль водителе "Тиҙ ярҙам" килеп еткәнсе йән биргән. "Газель" водителе менән уның пассажирына медицина ярҙамы күрһәтелгән. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.
Фото: БР ЮХХДИ.