Бөгөн көндөҙ епшек ҡар яуасаҡ, урыны менән буран сығыуы, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә. Юлдарҙа - ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ, урыны менән көрт. Ел көндөҙ көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ – 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылы.
30 мартта төндә республикала бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә һәм иртән урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 0–5 градус һалҡын, көндөҙ 0– 5 градус йылы.
Фото: Т. Аманов