Көн һайын бер нисә ай буйына эшләп, 42 йәшлек уйлап табыусы үҙ баҡсаһындағы 3,5 тонна ҡырсынташты соҡоп сығарған. Был эште ул 2018 йылдың ноябрендә башлаған. Күршеләрен шау-шыу менән борсомаҫ өсөн, улар өйҙә булмаған саҡта ғына эшләгән. Аш бүлмәһен ҡаҙып, ҡырсынташын алғандан һуң, ул, һарайға үтеп инеү өсөн гидравликаны ҡулланып, 1,2 метр киңлектәге һәм 2 метр бейеклектәге туннель өҫтөндә эшләй башлаған. «Барыһын да ҡул менән ҡаҙырға тура килде, сөнки туннель минең һарай, гараж һәм йорттоң нигеҙе аҫтынан үтә», - тине Колин. «Был бик ауыр эш, шулай ҙа күңелемә ятҡан эштәрҙең береһе булды», – ти ул.
Хыялын тормошҡа ашырғас, уның эшләгән туннелен күрергә теләүселәр ҙә күбәйгән. Инде хәҙер ул туннелде йорттоң алғы өлөшөнә һәм уның инеү юлына тиклем киңәйтергә ниәтләй.
Фото: Т. АМАНОВ.