Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 22:55

Хәрби комиссариатҡа ялған саҡырыуҙар йышайған...

Ошо көндәрҙә билдәле радио алып барыусыһы Трофим Татарников хәрби комиссариатҡа «саҡырыу» алған.

Хәрби комиссариатҡа ялған саҡырыуҙар йышайған...
Хәрби комиссариатҡа ялған саҡырыуҙар йышайған...

Һуңғы осорҙа илдә ялған шылтыратыуҙар ойошторола башлаған, тип хәбәр итә Рәсәй Оборона министрлығы. Унда автояуаплау режимында әңгәмәсегә хәрби комиссариатҡа килергә кәрәклеге хаҡында мәғлүмәт бирелә. Яҡынса йөкмәткеһе ошолай: «Здравствуйте, вас беспокоит представитель Центрального военного комиссариата России. В связи с проведением специальной операции на Украине вам необходимо до 1 апреля 2022 года явиться в военный комиссариат по месту жительства».

Яңыраҡ билдәле радио алып барыусыһы, «Спутник ФМ» хеҙмәткәре Трофим Татарников та ошондай саҡырыу алған.

– Көтмәгәндә мин дә ошондай шылтыратыу ҡабул иттем. Телефондың икенсе осонда ир-егет тауышы ишетелде. Тауышы һәйбәт ҡуйылған, күңелгә ятышлы, радио алып барыусыһы булараҡ, шуны баһаланым. Билдәһеҙ әңгәмәсем миңә хәрби комиссариатҡа килергә кәрәкле тураһында әйтте. Мин шунда уҡ бының ялған шылтыратыу икәнен аңланым. Сөнки хәрби комиссариаттан был рәүешле шылтыратмауҙарын белә инем, – ти Трофим Татарников.

Был йәһәттән Оборона министрлығының көндәлек брифингында, запастағы граждандар хәрби комиссариатҡа саҡырылмай һәм саҡырылмаясаҡ та, тиелде.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: