Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 11:32

Байымдар ҡанаты һынған аҡҡошто ҡотҡарған

Аҡҡош боҙ ашап килә лә, боҙ аша китә, ти халыҡ һынамышы. Быйыл изге ҡоштарҙың үтә йыш ҡазаланыуы күҙәтелә. Әле кисә генә Әбйәлил районының Байым ауылында тағы берәүһен ҡотҡарғандар.

Байымдар ҡанаты һынған аҡҡошто ҡотҡарған
Байымдар ҡанаты һынған аҡҡошто ҡотҡарған

Был хаҡта Әбйәлил районының Ғәбдин ауылы егете Урал Йәнһарин яҙа:

«Кисә Әбйәлил районының Байым ауылы мәктәбе биләмәһенә аҡҡош килеп ингән. Бахырҡай ҡанаты һынып тубынан айырылып ҡалған. Ветеринар Хәйҙәр Зиннәт улы Хөснуллин менән ҡанатын бәйләп, юл ыңғайында Асҡарҙағы клиникаға ҡалдырып киттек. Уны Өфөгә дауаланыуға ебәрергә тейештәр. Ҡоштоң пары яҡын-тирәлә йөрөргә тейеш, тиҙәр. Шуға күрә ауыл халҡынан ҡарауыллап тороуҙарын һораныҡ».

Тәбиғәткә битараф булмаған изге күңелле кешеләргә "афарин!" тиергә генә ҡала.

Кисә шулай уҡ ошондай уҡ хәл Йылайыр районы үҙәгендә лә теркәлгән. Бында ла өйөрөнән тороп ҡалған аҡҡошто ҡотҡарғандар (ye102.ru)

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: