Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 09:44

«Бамбарбия киргуду»

Башҡортостандың социаль хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле флешмоб башлап ебәргән. 

«Бамбарбия киргуду»
«Бамбарбия киргуду»

Белеүебеҙсә, февралдә илебеҙгә омикрон ябырылып, күп учреждение карантинға ябылырға мәжбүр булды. Интернат-йорттарҙа эшләүселәр ике аҙна буйы йортона ҡайта алмай, ҡурсаланыуҙа ултырҙы. Тап шул осорҙа республика социаль хеҙмәткәрҙәре, атап әйткәндә, Октябрьский ҡарттар һәм ғәриптәр йорт-интернаты «Бермә-бер» флешмобын башлап ебәргән. 

– Сараның төп маҡсаты – совет мультфильмынан йә фильмынан берәй кадрҙы ҡабатлап фотоға төшөү. Ҡурсаланыу осоронда күп учреждение быны эләктереп, ижади мөхиткә сумды. Флешмоб ярҙамында йорт-интернат тәрбиәләнеүселәренең ялын төрләндереп ебәрҙек, илебеҙ фильмдарын ҡараныҡ, совет кинематографияһы тарихы менән таныштыҡ, – тип белдерә учреждение директоры Зәлиә Баһауетдинова.

Проект Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы арналған. Фильм геройҙары булып тәрбиәләнеүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр сығыш яһай. Реквизиттар, костюмдар йыйыу, грим эшләү — барыһын да күмәк көс менән атҡарып сығалар.

- Беҙ «Девчата», Бриллиантовая рука» һәм «Кавказская пленница» фильмдары кадрҙарын ҡабатланыҡ. Тәү ҡарашҡа еңел генә кеүек булһа ла, хеҙмәттәштәребеҙгә апаруҡ ҡына тырышырға тура килде. Ҡайһы бер «актерҙар» уңайһыҙлана, улар менән әңгәмәләшеп, яңы һәләттәрен астыҡ, төрлө образ булдырҙыҡ. Флешмобҡа бер аҙна самаһы ваҡыт сарыф иттек, - тип белдерә Стәрлетамаҡ психоневрология интернаты хеҙмәткәре Айгөл Ғүмәрова. 

Флешмобҡа Темәс, Учалы психоневрология интернаты ла әүҙем ҡушылған. Уларҙың фотоһүрәттәре меңләгән «лайк» йыйып, бар интернет донъяһын ҡалдырған.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: