Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 16:44

Акцияла һәр теләүсе ҡатнаша ала

Халыҡ-ара балалар китабы көнө алдынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләре бөтә ил буйынса «Донбасҡа – китаптар» акцияһына старт бирҙе. Уның маҡсаты – Донбасс балаларына уҡыу, ғәҙәти рус телле мөхиттә үҫешеү мөмкинлеген ҡайтарыу.

Акцияла һәр теләүсе ҡатнаша ала
Акцияла һәр теләүсе ҡатнаша ала

Акцияла һәр теләүсе ҡатнаша ала. Бының өсөн йыйыу пункттарына балалар әҙәбиәтен йәки мәктәп дәреслектәрен яҡшы торошта килтерергә кәрәк. Балалар өсөн нәфис, белем биреү, публицистик әҫәрҙәргә, китап-уйынсыҡтарға, дөйөм үҫешеү өсөн, махсуслаштырылған әҙәбиәткә өҫтөнлөк биреү зарур. Бөтә китаптар ҙа мотлаҡ рус телендә булырға тейеш.

Башҡортостанда йыйыу пункттары Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73-сө йорт адресы буйынса Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә, шулай уҡ республиканың ҡала һәм райондарында урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә ойошторолған. Уларҙың адрестары  менән түбәндәге һылтанма буйынса https://bashkortostan.er.ru/locals танышырға мөмкин.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: