Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2022, 14:15

Аҙыҡ-түлек магазины эргәһендә ҡан ҡойош

Өфөлә ҡот осҡос хәл...

Аҙыҡ-түлек магазины эргәһендә ҡан ҡойош
Аҙыҡ-түлек магазины эргәһендә ҡан ҡойош

Өфөлә 49 йәшлек ир танышын үлтереүҙә ғәйепле тип танылды. Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар асыҡлауынса, уҙған йылдың 23 авгусында элек бергә төрмәлә ултырған ике ир аҙыҡ-түлек магазины янында спиртлы эсемлектәр эскән. Улар араһында иҫке конфликт нигеҙендә ыҙғыш сыҡҡан. Зыян күргән ир хөкөм ителеүсене кәмһетә һәм уға металл сәнске менән янай башлай. Яуап итеп, ир бысағын сығарған һәм шешәләшенең кәүҙәһенең төрлө өлөшөнә сәнскән, һөҙөмтәлә һуңғыһы урында йән биргән. Енәйәтсе ҡасҡан.

Ваҡиға урынында тәфтишселәр шәхси секторға алып барған ҡан эҙҙәрен тапҡан. Эт ярҙамында ғәйепләнеүсенең йәшәгән урынын тапҡандар. Баҡтиһәң, зыян күреүсе ыҙғыш ваҡытында ирҙең усына сәнске менән һуҡҡан булған.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд енәйәтсегә ҡарата ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 5 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығара.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: