Күршеһе менән ыҙғышҡандан һуң, ир уның йортона ут төрткән. 27 мартта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр иткән яҡынса версия шундай.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡатындың ғүмерен өҙә яҙған енәйәтте тиҙ арала асыҡлай. Илеш районының Иҫәнбай ауылында элек хөкөм ителгән 46 йәшлек ир, күрше ҡатын менән һүҙгә килешкәндән һуң, уға үс һаҡлай. Спиртлы эсемлек ҡулланып алғас, уға ҡыйыулыҡ өҫтәлә. Ир тоҡандырғыс әҙерләп, уның ярҙамында ҡатындың һалам һаҡлаған һарайына ут төртә.
Һарайға шул тиклем ныҡ яна, хатта участкалағы бөтә ҡаралты, шул иҫәптән торлаҡ йорт та янып китә. Бәхеткә күрә, хужабикә бәләнән ҡотолған.
Ғәйепләнеүсене тотҡандар, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған да инде.
Фото: Т. Аманов