Баҡсасыларға үрсетмәләр ултыртыу ваҡыты ла етте.
Йәшелсә үҫентеләре ултыртыу өсөн тупраҡ уңдырышлы булырға , һауа, дым еңел үтеп инергә тейеш. Үрсетмә ултыртыу өсөн сиҙәм тупрағы, торф, серетмә, минераль ашламалар ҡатнашмалары ҡулланыла.
Борос һәм помидор өсөн 1:1 нисбәтендә торф һәм серетмә кәрәк. Тупраҡҡа суперфосфат, калий тоҙо ҡатнаштырығыҙ. Ҡыяр тупрағына серетмә, көл яҡшы. Тамыр өҙөлөүҙән зыян күргән йәшелсәләр – ҡыяр, ҡарбуз, ташҡабаҡты айырым һауыттарҙа, туҡлыҡлы кубиктарҙа , торфлы көршәктәргә ултыртығыҙ.
Петуниялар өсөн ҡом ҡушылған урман тупрағы яҡшы. Уны органик һәм минераль ашламалар менән үҙегеҙ байыта алаһығыҙ.
Фото:otomatah.ru