

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн автоһәүәҫкәрҙәрҙе йылға-күлдәр аша сыҡҡанда юл билдәләре талаптарын үтәргә саҡыра.
Әгәр ҙә һеҙ үҙ ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, боҙҙан китеп барғанда машинағыҙ һыу аҫтына китә башлаһа, ауыр кейемде сисеп, мөмкин тиклем тиҙерәк тәҙрә аша салон эсенән сығырға кәрәк (машина ишеген асырға маташмағыҙ). Балағыҙҙы беренсе сиратта ҡотҡарырға:уны арҡаһы менән үҙегеҙгә ҡыҫып ҡосаҡлап, ауыҙ-танауын ҡаплап, йөҙөп сығығыҙ.
Онотмағыҙ: автомобиль һанаулы секунд эсендә боҙло һыуға төшөп китә ала. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.