Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 12:40

Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

 Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Донецк һәм Луганск республикаларында эшләп ҡайтҡан медиктарға һәм тағы бер нисә хеҙмәт алдынғыһына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. 

Радий Хәбиров  медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы
Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы

 Республика етәксеһе  20 йылдан ашыу Башҡортостан етәкселәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе республика Башлығының эштәр идарасыһы урынбаҫары Вадим Гәрәевты Шайморатов ордены менән бүләкләне. Шайморатов орденына шулай уҡ республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте операторы Илшат Ҡаҙаҡҡолов та лайыҡ булды. Ул журналистар араһынан иң тәүгеләрҙән булып был юғары награданы алды.

Радий Хәбиров  Донецк һәм Луганск өлкәләрендә  яралы хәрбиҙәргә һәм ауырыуҙарға ярҙам күрһәтеүсе  табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына ла  дәүләт нагрдалары тапшырҙы.  Республика физкультура диспансерының баш табибы, хирург Руслан Гәрәев Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 

“Донбасс халҡы исеменән ҙур рәхмәт әйткем килә. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, эшебеҙҙе дауам итергә һәм ДХР һәм ЛХР халҡына артабан да ярҙам итергә әҙербеҙ”, – тине ул  рәхмәт һүҙҙәрен еткереп.

Радий Фәрит улы шулай уҡ ЛХР халҡына гуманитар ярҙам алып барған өсөн Луганск халыҡ республикаһының  дәүләт наградаларын да тапшырҙы. 

Фото:Башинформ.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: