Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 13:56

Әр һүҙҙәре ишеткегеҙ килмәһә, сит илдәргә сыҡмай тороғоҙ...

Башҡортостан Башлығы республика халҡына кәңәш бирҙе.

Әр һүҙҙәре ишеткегеҙ килмәһә, сит илдәргә сыҡмай тороғоҙ...
Әр һүҙҙәре ишеткегеҙ килмәһә, сит илдәргә сыҡмай тороғоҙ...

Хөкүмәттә үткән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров ашығыс кәрәкмәһә, сит илдәргә сыҡмай торорға тәҡдим итте.

"Ситкә сығырҙан алда уйланығыҙ. Донъяла нимәләр булыуын күрәһегеҙ. Русофобия. Минеңсә, сит илдә хәүефле. Йәберләүҙәргә осрарға була. Балалар менән сығыу үтә уңайһыҙ", - тине республика етәксеһе.

Халыҡ-ара хәл-торош көйләнмәйенсә тороп, ситкә ялға сыҡмау ҡулай. Радий Хәбиров үҙебеҙҙә ял итергә саҡыра. Башҡортостанда бөтә шарттар бар.

Фото: "Башинформ"

 

Әр һүҙҙәре ишеткегеҙ килмәһә, сит илдәргә сыҡмай тороғоҙ...
Әр һүҙҙәре ишеткегеҙ килмәһә, сит илдәргә сыҡмай тороғоҙ...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: