Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 09:04

Милли проект буйынса асылған объекттар халыҡты ҡыуандыра

Ҡариҙел районы ауылдарында яңы ФАП-тар асылыуын дауам итә. Ошо көндәрҙә тағы бер тантана булды. Халыҡ алдында яңы автоклубта район таланттары ла сығыш яһаны.

Милли проект буйынса асылған объекттар халыҡты ҡыуандыра
Милли проект буйынса асылған объекттар халыҡты ҡыуандыра

Әмин һәм Подлубово ауылдарында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса модуль фельдшер-акушер пункттары асылды. Иҫке биналарға алмашҡа тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле бар ҡорамалы булған ФАП төҙөлдө. Әһәмиәтле объектты асыуҙа район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин да ҡатнашты.

Был иҫтәлекле көндө халыҡ алдында "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында алынған яңы автоклубта район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны.

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәтенән.

 

 
         

 

Милли проект буйынса асылған объекттар халыҡты ҡыуандыра
Милли проект буйынса асылған объекттар халыҡты ҡыуандыра
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: