Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 23:13

Медицина хеҙмәткәрҙәренә страховка аҡсаһы түләнә

Ковидты дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәренә түләүгә 4 млрд һум аҡса бүленде.

Медицина хеҙмәткәрҙәренә страховка аҡсаһы түләнә
Медицина хеҙмәткәрҙәренә страховка аҡсаһы түләнә

 РФ Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүсе табиптарға страховка түләүе өсөн  4 млрд һумдан ашыу страховка түләүе йүнәлтелә.

Өҫтәмә страховка гарантияһына коронавирус менән сирләүсе пациенттарға ярҙам иткән ваҡытта үҙҙәре зарарланған табиптар, урта һәм кесе медицина персоналы, “Ашығыс ярҙам” водителдәре   хоҡуҡлы.   

Резерв фондынан бүленгән өҫтәмә аҡса 2022 йылдың  икенсе кварталына тиклем аҡсалата ярҙам күрһәтеүҙе финансларға мөмкинлек бирәсәк. 

2021 йылда медицина хеҙмәткәрҙәренә бөтәһе 22,2 млрд һумлыҡ  берҙәм страховка түләүҙәре  бирелгәйне.   

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: