Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 09:25

Көн торошо

Синоптиктар алдағы ике көнгә һауа торошон фаразланы.

Көн торошо
Көн торошо

Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы дауам итәсәк. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы ике көндә республикала һалҡын һауа торошо фаразлана. Мәҫәлән, 28 мартта көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт булыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2, 3 градус тәшкил итәсәк. 29 мартта төндә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ республика буйынса - епшек ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 7-12 градус һалҡын, аяҙытҡанда -17,-22 градус, көндөҙ 3-2 градус һалҡын. Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: