Саранскиҙа үткән сара бер нисә көн элек тамамланды. Волга буйының ун дүрт төбәгенән 250-нән ашыу йәш интеллектуал алты дисциплинала көс һынашты: инженерҙар командалары конкурсы, робот техникаһы, спорт программаһы, «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйыны, идарасылар ярыштары һәм парламент дебаттары.
Икенсе йыл рәттән ҡатнашыусы төбәктәр рейтингында Башҡортостан Республикаһы өсөнсө урын яуланы.
– Был ентекле һәм системалы әҙерлек һөҙөмтәһе. Республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Йәштәр сәйәсәте лигаһы менән берлектә йыл һайын «парламент дебаттары» һәм «идарасылар ярыштары» йүнәлештәрендә олимпиаданың төбәк һайлап алыу этабын уҙғара, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты студенты Динара Әсфәндиәрова идаралыҡ алыштарында өсөнсө урын яуланы, ошо уҡ уҡыу йортонан Александра Борщ уның секунданты булды. Парламент дебаттарында Башҡорт дәүләт университеты студенттары Никита Шабанов менән Әҙилә Ихсанованың Башҡортостан командаһы икенсе урын алды.
Интеллектуаль олимпиада – Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә ғәмәлгә ашырылған ижтимағи проект.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.