Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 13:51

Өфөлә пластик торбалар етештерелә башлай

Яңы инвестиция проекты Төркиә предприятиелары менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ.

Өфөлә пластик торбалар етештерелә башлай
Өфөлә пластик торбалар етештерелә башлай

Башҡортостанда тиҙҙән пластик торба, плиткә һәм профиль етештереү планлаштырыла. Ошо маҡсатта БР Үҫеш корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов һәм Төркиәләге «Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» ойошмаһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин «Sanica Pipe» компанияһы етәкселәре менән осрашты. 

Кәңәшмә барышында инвестор проектты тормошҡа ашырырға теләген белдерҙе. Бөгөн бизнес-план төҙөлә һәм производствоны башлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алына. Проектҡа дөйөм 1,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Атап әйткәндә, алты производство цехы «Уфимский» индустриаль паркында урынлашасаҡ. Артабан проекттар «Алға» махсус иҡтисади зонаһында тормошҡа ашырыласаҡ. 

— Производство урыны әҙер, тиҙҙән инвестор менән килешеүгә ҡул ҡуясаҡбыҙ. Бөгөн осрашыуҙа проектты «Инвестсәғәт»кә тәҡдим итергә һүҙ ҡуйыштыҡ, — тип белдерҙе Наил Ғәббәсов.

Үҫеш корпорацияһы етәксеһе шулай уҡ Fatinoglu Holding предприятиеһында барып производство барышын ҡараны, етештерелгән продукция менән танышты.

— Эш сәфәрендә инвесторҙың предприятиеларын ҡараныҡ. «Алға» махсус иҡтисади зонаһында бергәләп электр күтәргестәре етештерергә уйлайбыҙ. Әле уның проекты төҙөлә, — тине Наил Ғәббәсов.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: