-10 °С
Болотло
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың фекеренсә, “Тоталь диктант” йәмғиәттә яҙма телмәрҙең мәҙәниәтен күтәреүгә булышлыҡ итә.
Парламент етәксеһе республика халҡын “Тоталь диктант”та әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Акцияла ҡатнашырға теләүселәрҙе теркәү 30 мартта башлана. Сара 9 апрелдә үтәсәк.
Быйылғы диктант тексының авторы – шағирә, сценарийҙар яҙыусы Марина Степанова.
Өфөләге “Тоталь диктант” хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән проекттың сайтында таныша алаһығыҙ.
Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.