Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 15:44

Дүрт рус, өс удмурт, ике татар, утыҙ башҡорт...

Әле бөтмәне, тағы ла барҙар.

Дүрт рус, өс удмурт, ике татар, утыҙ башҡорт...
Дүрт рус, өс удмурт, ике татар, утыҙ башҡорт...

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсының республика этабы дауам итә. Ошо көндәрҙә ойоштороу комитеты йыйылып, ҡатнашыусыларҙы номинацияларға бүлде, тип хәбәр итәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.

“Үтә ҙур ауылдар”, ”Ҙур ауылдар”, ”Уртаса ауылдар”, ”Бәләкәй тораҡ пункттар” тигән номинациялар бар.

Әйткәндәй, муниципаль этапта 54 ауыл еңгән. Быйыл төрлө милләт халҡы йәшәгән ауылдар ҡатнаша: дүрт рус, дүрт мари, өс удмурт, өс сыуаш, ике татар, һигеҙ ҡатнаш (башҡорт һәм татар), 30 башҡорт ауылы.

Ҡайһыһы иң айығы булыр?

Фото: БДБҠ сайтынан.

Дүрт рус, өс удмурт, ике татар, утыҙ башҡорт...
Дүрт рус, өс удмурт, ике татар, утыҙ башҡорт...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: