Ғинуар башынан сыҡҡан дүрт ҡыҙ: Нурзилә Ҡолғарина, Лиза Моратова, Нәргизә Асҡарова, Наҙгөл Нурасова араһынан тауыштарҙың 38 процентын туплап Наҙгөл Нурсаова еңеү яуланы! Уны 299 кеше ҡеүәтләгән.
Наҙгөл үҙенең тураһында ошоларҙы һөйләп үтте:
"Баймаҡ районының данлыҡлы Муллаҡай ауылында тыуғанмын. Әсәйем Гөлназ, атайым Вәхит беҙҙе, өс баланы, бәхетле итеү, тормошҡа әҙерләү, яҡшы белем алһын өсөн барыһын да эшләй. Мин Баймаҡ лицей-интернатының 9-сы класында белем алам. Йәмғиәтте өйрәнеү, алгебра һәм рус теле фәндәрен яратып уҡыйым. Ҡыҙыҡһыныуым күп төрлө, класыбыҙҙа старостамын, барлыҡ үткәрелгән сарала теләп ҡатнашам. Киләсәктә үҙемде теш табибы итеп күрәм."