Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 13:11

Быйыл икмәккә хаҡ артыуы көтөлмәй

Республикабыҙҙа икмәк бешереү тармағы предприятиеларына дәүләт ярҙамы 64 миллион һум тәшкил итәсәк.

Быйыл икмәккә хаҡ артыуы көтөлмәй
Быйыл икмәккә хаҡ артыуы көтөлмәй

Был сумма, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 8 миллион һумға күберәк. Был иһә икмәккә һәм икмәк-ҡалас ризыҡтарына хаҡтарҙың артыуын туҡтатырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

– Икмәк һәм икмәк-ҡалас ризыҡтары етештереү өсөн төп стратегик сеймал – ул иген, унан он һәм икмәк эшләнә. Беҙ уны етерлек, йыл ярымлыҡ күләмдә етештерәбеҙ. Шуға күрә игенгә хаҡ артыуға тәүшарттар юҡ. Ә икмәк бешереүгә ҡалған сығымдарҙың артыуын ҡапларға тиҙҙән беҙ түләй башлаясаҡ субсидиялар ярҙам итәсәк. Шуға күрә быйыл икмәккә хаҡ артыуы көтөлмәй, – тине ул.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: