"Башстат мәғлүмәте буйынса быйылғы ғинуар-февралдә сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы шул мәлгә ҡарағанда 112,4 процентҡа артҡан. Рәсәй буйынса был күрһәткес уртаса 107,5% тәшкил итә.
Беҙҙә сеймал секторында (+42,5%) һәм эшкәртеүсе производствола (+10,5%) яҡшы динамика күҙәтелә. Республикала электр ҡоролмалары, дарыуҙар, автотранспорт саралары, металл, РТИ һәм пластмасса әйберҙәр, мебель, машиналар һәм ҡоролмалар, ҡағыҙ, аҙыҡ-түлек етештереү артҡан. Металлургия, машиналар һәм ҡоролмалар ремонтлау һәм монтажлау, ағас эшкәртеүҙә лә үҫеш күҙәтелә.
Килеп тыуған ҡатмарлы шарттарға ҡарамайынса, беҙҙең бурыс - был темптарҙы һаҡлап ҡалыу. Ҡайһы бер өлкәләрҙә уларҙы арттырырға ниәтләйбеҙ. Алға хәрәкәт итәбеҙ", - тиелгән унда.