Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 15:25

Башҡортостанда ашығыс рәүештә карантин индерелде

Бөтәһенә лә тағы бер үлемесле ҡурҡыныс ауырыу ғәйепле.

Башҡортостанда ашығыс рәүештә карантин индерелде
Башҡортостанда ашығыс рәүештә карантин индерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тәтешле районының Яңы Соҡор ауылы биләмәһендә хайуандарҙың ҡотороҡ сире таралыуына бәйле карантин индерелеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бөгөн, 28 мартта, рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ҡул ҡуйылған документ баҫылып сыҡты.

Сикләү саралары 24 марттан Шамил Ғабдрахмановтың шәхси ярҙамсы хужалығы биләмәһенә ҡағыла.

«Ауыл биләмәһендә тиҙ бирешеүсән хайуандарҙы дауалау; Башҡортостандың дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәренән, производство (технологик) операциялар башҡарыусы персоналдан тыш, сит кешеләрҙең биләмәгә килеүе, сығанаҡты бөтөрөү өсөн йәлеп ителгән, эпизоотик сығанаҡ тип танылған территорияла йәшәгән һәм (йәки) ваҡытлыса йәшәгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү; сиргә бирешеүсән хайуандарҙы күсереү тыйыла», – тиелә документта.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: