Башҡортостан командаһы йәштәр эшҡыуарлығы өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты, республикабыҙҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ҡарамағындағы йәштәр эшсе төркөмө эшмәкәрлегенең йүнәлештәре менән таныштырҙы.
– Йәш эшҡыуарҙар клубының форматы төбәк йәштәр эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Беҙҙең өсөн эшҡыуарҙарға төбәк комьюнити булдырыу мөһим. Унда һәр ҡатнашыусы бизнес-партнёрҙар һәм остаздар табыу, үҙ эшен үҫтереү һәм бизнес-берләшмәлә үҙ компанияһының танылыуын күтәреү, ә иң мөһиме, башҡа төбәктәрҙәге хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашыу һәм үҙ тәжрибәһен федераль көн тәртибенә индереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.
Йәш эшҡыуарҙар клубына ингәндә клуб ағзаһы, амбассадор йәки ҡатнашыусы статусын алырға мөмкин. Теркәлгән ғәмәлдәге бизнестың булыуы һәр статусты биреү өсөн мотлаҡ шарт булып тора (ЯСЙ, шәхси эшҡыуар, үҙмәшғүлдәр).
Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Йәш эшҡыуарҙар клубына ҡушылыу өсөн «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәлергә һәм һылтанма буйынса анкета тултырырға кәрәк:: https://myrosmol.ru/event/72809.
Фото: Т. АМАНОВ.